Һуңғы көндәрҙә яуған ямғыр урындарҙа яҙғы ташҡынға әҙерлекте тикшереү имтиханы булмаҫ тимә. Әлеге осраҡта, билдәле булыуынса, бындай һауа торошо хәүефле һанала. Ямғыр тау-урмандағы ҡарҙарҙың да тиҙ иреүенә булышлыҡ итә.Баймаҡ районында Һаҡмар, Таналыҡ, Төйәләҫ, Йылайыр йылғалары буйында урынлашҡан ауылдарҙа ташҡынды насар эҙемтәләрһеҙ үткәреп ебәреү маҡсатында аңлатыу эштәре алып барыла. Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев етәкселегендәге ташҡынға ҡаршы комиссияның ултырышы үтте. Унда ошо йүнәлештәге сараларҙы раҫлаған план ҡабул ителде.
Ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, халыҡты эвакуациялау өсөн һигеҙ ваҡытлыса йәшәү пункты билдәләнгән. “Роспотребнадзор” ҡарамағындағы лаборатория һыуҙан, тупраҡтан, аҙыҡ-түлектән проба алыуға кәрәкле барлыҡ ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Белгестәр инфекция барлыҡҡа килгән урында эшләргә әҙер, эҙләү-күҙәтеү төркөмө ойошторолған, кәрәкле йыһаздар тупланған.
Район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса секторы мөдире Йомабай Йәғәфәров әйтеүенсә, ташҡынға ҡаршы иҫкәртеү саралары йыл дауамында бара. Һыу үткәргес торбалар, “Һаҡмар һыуһаҡлағысы”нда боҙ тығылыу хәүефе булған урындар таҙартылған – ғөмүмән, планға ярашлы бар эштәр атҡарылған.
Тәүге ташҡынды ҡабул итәсәк Йолалы быуаһы һәм Мағаш йылғаһы аша һалынған күпер ҙә ныҡлы күҙәтеү аҫтына алынған. Беренсе апрелгә тиклем райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә ташҡынға әҙерлек эштәре тулыһынса тамамланырға тейеш.
– Барыһына ла әҙер булырға кәрәк. Ҡайһы бер йылдарҙа ҙур йылғалар ғына түгел, бәләкәй шишмә-инештәр ҙә ажарланып ташыусан. Халыҡтың үҙенә лә иғтибарлылыҡ, әҙерлекле булыу ҡамасауламаҫ, – ти Йомабай Азат улы.
Районда йылғалар ташыу сәбәпле, юлдар ябылыу ҡурҡынысы янамай. Ишбирҙе, Буранбай ауылдарында һыу ныҡ күтәрелгән осраҡта, халыҡ аҫмалы күпер аша йөрөй ала.
Баймаҡта барлығы 16 гидротехник ҡоролма урынлашҡан, уларҙа һыу сығарыу күләме даими күҙәтеү аҫтына алынған.