Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ25.03.2019
Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй принцессалар балы” уҙғарылды.

Сара район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр комитеты, опека һәм попечителлек секторы, шулай уҡ “Мәсем” йәштәр-үҫмерҙәр клубы тарафынан ойошторолдо.

Балда райондың төрлө ауылдарынан ата-әсәһе оҙатыуында 17 ҡыҙ ҡатнашты. Улар музыка аҫтында тамашасыларға үҙҙәренең байрам күлдәктәрен күрһәтте, флешмобта, төрлө уйындарҙа ихлас ҡатнашып күңел асты.

Бар ҡыҙҙарға ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сара аҙағында ойошторолған сәй табынында улар ысын дуҫтарса аралаша ине инде.


Вернуться назад