“Титаник” яҙмышын ҡабатлап...25.03.2019
Ял көндәрендә Норвегияла Viking Sky круиз лайнеры бәләгә осраны.

Көслө шторм ваҡытында судно илдең көнбайыш яр буйындағы диңгеҙҙә артабан хәрәкәт итә алмай туҡтап ҡала. Борттағы 1,4 мең кешенең меңгә яҡыны пассажир була. Башлыса Америка, Канада һәм Бөйөк Британия халҡы.

Бейек тулҡындар арҡаһында лайнерға башҡа караптар яҡын килә алмай, кешеләрҙе лә эвакуациялап булмай. Шунлыҡтан ҡотҡарыу эше тик вертолеттар ярҙамында башҡарыла. Ошо рәүешле 470 кеше ярға сығарыла. Йәкшәмбе кискеһен иһә судно буксирҙа Молде ҡалаһына оҙатыла.

NRK телекомпанияһы хәбәр итеүенсә, 27 кеше табиптарға мөрәжәғәт итә. Уларҙың алтауһы клиникаға һалына. Күпселек ҡырҡылып һәм бәрелеп тән яралары алыуға зарлана. Туристар карап сайҡалған ваҡытта ҡолап йәки өҫтәренә төрлө йыһаздар төшөүенән зыян күргән.

Күптәр был бәләгә тарыуҙы билдәле “Титаник” карабының батыуы менән сағыштырған. Әйткәндәй, Рәсәйҙән дә өс кеше экипаж составында булған. Пассажирҙар араһында иһә ватандаштарыбыҙ юҡ.


Вернуться назад