Талпан уянған!25.03.2019
Талпан уянған!Башҡортостанда талпандар уяна башлаған. “Башҡортостан Республикаһының гигиена һәм эпидемиология” үҙәге лабораторияһына бөгөн ике кеше мөрәжәғәт иткән.

– Бер талпанды Туймазынан, икенсеһен Өфө районының Булгаков ауылынан килтерҙеләр, – тине лабораторияның вируслы тикшеренеүҙәр үҙәге мөдире Шамил Ибраһимов. – Бөгөн уларҙы тикшерәсәкбеҙ һәм кискә һөҙөмтә әҙер буласаҡ. Уларҙа вирус бармы-юҡмы икәнлеген шунда әйтә аласаҡбыҙ.


Белгестәр билдәләүенсә, быйыл талпандар ғәҙәттәгенән иртәрәк уянған. Быға тиклем тәүге тешләү осорҙары апрель баштарына тура килә ине.

2018 йылдан “Башҡортостан Республикаһының гигиена һәм эпидемиология” үҙәге сайтында яңы система ғәмәлдә. Лабораторияға мөрәжәғәт иткән кешеләр шәхси номер ала, аҙаҡ уның ярҙамында үҙәктең рәсми сайтында тикшереү һөҙөмтәһен күрә ала.


Вернуться назад