Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа бер тауыштан “Ипотека каникулдары”н индереү тураһындағы закон проектын ҡабул итте. Был Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләгән бурыстарҙың береһе.
“Ныҡлы ғаилә” партия проектының Башҡортостан буйынса координаторы Елена Яҡупова аңлатыуынса, “ипотека каникулдары”н банк ауыр тормош хәлендә ҡалып, ваҡытлыса эшен юғалтҡан балалы ғаиләләргә бирә һәм түләүҙәрҙе билдәле бер ваҡытҡа туҡтатып тора.
– Башҡортостанда был программа бер нисә банкта ғәмәлдә. Мәҫәлән, “Россельхозбанк”, “Уралсиб” һәм башҡалар. Бынан тыш 2006 йылдан республикала социаль ипотека ғәмәлдә. Был программа балалы ғаиләләргә ярҙам йөҙөнән социаль кредит алыу мөмкинлеген бирә, – тине Елена Яҡупова.
Закон проектын беренсе уҡыуҙа уҡ ҡабул итеү Владимир Путиндың “ипотека каникулдары” буйынса ҡуйған бурыстарының яҡын арала тормошҡа ашырыласағы тураһында һөйләй. Был турала Дәүләт Думаһының ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Ольга Окунева әйтте.
– Закон проектында льготалы осорҙоң ваҡыты билдәләнгән. Әле ул алты айға тиклем. Шулай уҡ кредитор был туралағы мәсьәләне ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡарап, хәл итергә тейеш. Бының өсөн банкка биш көн ваҡыт бирелә. Тағы шуныһы мөһим, ипотека каникулдары менән файҙаланған осорҙа, ипотека буйынса шарттар үҙгәрмәйәсәк, түләү кимәле шул уҡ ҡаласаҡ, ә түләнмәй торған осор аҡсаларын срок аҙағында индереү мөмкинлеге бирелә, – тине Ольга Окунева.
Шулай уҡ льготалы осор алыу өсөн мөмкинлектәр арта. Заем алыусы инвалид булып танылһа, яҡын кешеһенең – ғаиләне ҡараусының үлеме, ваҡытлы эшһеҙ ҡалыу, заем алыусының йәки уның тормош иптәшенең эш хаҡы кәмеүе – “ипотека каникулы” алыуға сәбәп булып торасаҡ.