Иҫтә, һаман да иҫтә25.03.2019
Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай, иҫтәлектәрен яңырта.

Райондың үҫешенә ҙур өлөш индергән яҡташтары – Баҡалы районы партия комитетының беренсе секретары, РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты Мәсғүтйән Шакирйәновты әле лә улар ҙур хөрмәт менән иҫкә ала. Арҙаҡлы шәхестең 95 йыллығына арнап район мәҙәниәт йортонда үткәрелгән “Халыҡ хәтерендә” тип аталған кисәгә йәше-ҡарты ҙур теләк менән йыйылды. Үҙенең артынан яҡты эҙ, яҡташтары күңелендә бары йылы иҫтәлетәр ҡалдырған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм абруйлы шәхескә хөрмәт әле лә ҙур, исеме халыҡ теленән төшмәй.



Вернуться назад