
Яҙғы ташҡын мәлендә түбәндә урынлашҡан ауылдарҙы һыу баҫыуы ихтимал. Шуға ла республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы муниципалитеттарға кәңәштәр бирҙе: һыу үткәргән ҡоролмаларҙы ҡар, боҙ һәм сүп-сарҙан таҙартырға. Министр Мирхәйҙәр Фәтҡуллин белдереүенсә, министрлыҡ белгестәре Ағиҙел һәм Урал йылғаларындағы ҡар ҡалынлығын авиацион гамма-төшөрөү ярҙамында үлсәгән. Асыҡланыуынса, Күгәрсен, Көйөргәҙе һәм Ейәнсура райондарында был күрһәткес юғарыраҡ.
– 25 мартҡа ҡарата республикала 491 гидротехник ҡоролма, быуа һәм һыу һаҡлағыс файҙаланыла. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, уларҙың барыһы ла тиерлек яҙғы ташҡынға әҙер, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Артур Әхмәтхановҡа ташҡын мәсьәләһен көндәлек контролдә тоторға ҡушты.
– Бәлки, беҙ бик ныҡ әҙерләнәбеҙҙер, әммә быға тиклем республикала ауыр эҙемтәле ташҡындар булды. Шуға күрә иғтибарлы булығыҙ, – тине Радий Фәрит улы.