Ғүмерҙәр һаҡланһын тиһәң...25.03.2019
Ғүмерҙәр һаҡланһын тиһәң...Башҡортостандың алты муниципалитетында – Дыуан, Учалы, Миәкә, Краснокама райондарында, Салауат һәм Октябрьский ҡалаларында – янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡулайлама менән тәьмин ителеү 70 процентҡа тиң. Республика етәксеһе Радий Хәбиров апрель аҙағына тиклем был төбәктәрҙә мәсьәләнең хәл ителеше тураһында хәбәр итергә ҡушты.

Дөйөм алғанда, йыл башынан яңы бала тыуған ғаиләләргә бындай 31 мең ҡулайлама тапшырылған. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтте. Радий Фәрит улының янғындар һанын кәметеү өсөн тағы ниндәй саралар ярҙам итеүе ихтимал тигән һорауға ул, янғындарҙың 60 проценты социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләрҙә сыға тине.

– Спиртлы эсемлектәр эскән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә, ҡағиҙә булараҡ, мейес менән йылытыу йәһәтенән проблемалар бар, электр ҡорамалдары иҫкереп бөткән була. Ә үҙҙәре ремонт эшләрлек хәлдә түгел. Муниципалитеттар яңғыҙ өлкән кешеләргә ярҙам итеү юлдарын эҙләй, – тине ул.



Вернуться назад