Март илай...24.03.2019
Март илай...Бөгөн кистән һауа торошоноң үҙгәреүе – елдең секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Киске сәғәт 8-ҙән алып бер тәүлек дауамында болотло буласаҡ. Төндә епшек ҡар яуыуы, айырым райондарҙа еңелсә боҙлауыҡ көтөлә.

Көндөҙ – ямғыр. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына төндә – 3-8, көндөҙ 9-14 метр (урыны менән 15-20) тиҙлектә иҫәсәк.

Һауа температураһы төндә биш градус һалҡынғаса етһә, көндөҙ йылый – 2-7 градус.


Вернуться назад