Ошо көндәрҙә “Сибайҙың интерактив картаһы” тип аталған онлайн-сервис булдырылды. Уның ярҙамында һәр кем үҙен борсоған һорауҙарҙы бирә һәм яуаплауҙы талап итә ала. Бының өсөн компьютерҙа, смартфонда махсус ҡушылманы теркәргә кәрәк. Борсоған проблема хаҡында ҡыҫҡаса яҙып, фотоһын ҡуйып ебәрһәң, ул махсус картала сағыла һәм ҡала хакимиәтенең Интернет-ҡабул итеү сайтында күренә. Артабан мәсьәлә хәл итеү өсөн тейешле хеҙмәттәргә ебәрелә.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, граждандарҙың төрлө тармаҡтарға бәйле мөрәжәғәт итеү алымдарын нисек тә еңелләштереү маҡсатында былтыр октябрҙә уҡ ошо тәңгәлдә эш башланған. Тәжрибә нигеҙендә Рәсәйҙең байтаҡ ҡалаһында файҙаланылған әлеге интерактив картаның үҙенсәлектәре өйрәнелгән.
Һөҙөмтәлә хәҙер һәр кем үҙен борсоған проблемалар – юлһыҙлыҡ, һүнеп торған светофор, урамда лампаларҙың янмауы, берәҙәк эттәр йөрөүе һ.б. – хаҡында тиҙ арала хәбәр итә ала. Әммә хәл-торош фотоһүрәт менән дәлилләнгән булырға тейеш.
“Сибайҙың интерактив карта”һына килгән һорауҙар айырым төркөмдәргә һалына. Мәҫәлән, “Юл һәм транспорт”, “Йорт һәм ихата”, “Социаль өлкә”, “Хәүефһеҙлек”, “Төрлөләр” кеүектәр булдырылған.
Яңы интерактив алым ҡала етәкселеге менән халыҡ араһында бәйләнеште тағы ла нығытыр, Сибайҙың бар яҡлап үҫешенә булышлыҡ ҡылыр тигән ышаныс бар.