Ҡайһы бүре көслөрәк?24.03.2019
Олатай ейәненә һөйләй:

– Әҙәм балаһының күңелендә ике бүренең алышына оҡшаш көрәш бара. Тәүгеһе көнсөллөк, намыҫһыҙлыҡ, ялған, мин-минлек, тәкәбберлек кеүек тойғоларҙы өҫкә сығарырға теләһә, икенсеһе иман, тыныслыҡ, мөхәббәт, өмөт, дөрөҫлөк, изгелек, тоғролоҡ яҡлы.

– Ә ҡайһыһы еңеп сыға һуң? – тип һорай уйға ҡалған ейәне.

– Ҡайһыһын күберәк ашатһаң, шуныһы.


Вернуться назад