Даланлыларҙы йыйҙы Төйәләҫ24.03.2019
Сибайҙа өс йыл инде Балыҡсылар ярышы үткәрелә. Төйәләҫ боҙонда уҙғарылған сарала быйыл 52 кеше ҡатнашты. Унда күрше Баймаҡтан, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһы һәм Ҡыҙыл районынан да килделәр.

Сараны ойоштороусы, Башҡортостандың ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса бронза миҙалын яулаған Виктор Тюрин белдереүенсә, көндөң ҡояшлы, тыныс тороуы ярышыусылар өсөн бигерәк тә ҡулай. Саф һауала тормош мәшәҡәттәренән бер аҙға ғына булһа ла арынып, яратҡан шөғөл менән булышыу кинәнес тә, күпмелер табыш та килтерә.

– Сарала тәүҙәрәк ҡала халҡы ғына ҡатнашһа, хәҙер күршеләр ҙә теләк белдерә. Кемгәлер быйыл уңыш йылмайһа, икенселәргә киләһе йыл иң ҙур табыш эләгәсәк. Балыҡ тотоу – даланлылар һөнәре. Һәр кемгә яҡшы кәйеф, күңел күтәренкелеге теләйем, – тине ойоштороусы.

Балыҡсыларҙың йәше-ҡарты юҡ, уларҙың барыһы ла – ошо шөғөлдө үҙ итеүселәр. Шуға күрә сарала ҡатнашыусылар араһында 74-ен тултырған Владимир Перескоковты ла, ете-туғыҙ йәшлек, әйткәндәй, “Иң йәш балыҡсы” номинацияһында еңеү яулаған Гриша Шуйский, Илья Новиков һәм Александр Фриистарҙы ла осратырға мөмкин ине.

Шәхси беренселектә Темәстән Рәфис Сәлихов тотҡан балыҡ 4 килограмм 950 грамм тәшкил итте. Икенсе урынды Сибайҙан Юрий Лямин (табышы - 3 кг 489 грамм) һәм Анатолий Гордеев (Магнитогорск) өсөнсөлөктө яуланы. Команда буйынса Магнитогорск балыҡсыларына тиңләшеүсе табылманы.

Еңеүселәргә кубоктар, маҡтау ҡағыҙҙары һәм ярыштың бағыусыһы булған “Охотник-рыболов” магазины (директор - Евгений Сафонов) әҙерләгән ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.


Вернуться назад