Башҡортостанда үҙ төйәген яратҡан хеҙмәтсән халыҡ йәшәй, тине Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров.Уның билдәләүенсә, республиканың яңы етәксеһе халыҡ мәнфәғәтендә йәшәй һәм эшләй, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙ командаһы менән тәү ҡарашҡа күтәрә алмаҫлыҡ ауыр тойолған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлгәште.
“Ошондай йүнәлеш һаҡланһын, кешеләр менән йәнле һөйләшеү, уларҙы йонсотҡан проблемаларҙы яйға һалыу дауам итһен, тип теләйем. Республика власы һәм күп милләтле халыҡтың аңлашып йәшәүе өсөн ныҡлы нигеҙ бар, һәм беҙ быға ышанабыҙ”, – тине Игорь Комаров.
Тулы хоҡуҡлы вәкил фекеренсә, артабанғы йөҙ йылда Башҡортостан һәр яҡлап үҫешкән, ҡеүәтле, матур төбәк буласаҡ.
“Бер быуат – үткән юлға баһа биреү өсөн бик мөһим дата. Башҡортостан халҡына, етәкселегенә яңы дәүерҙе лайыҡлы башлауын теләйем, – тине ул. – 100 йыллыҡ уңайынан ҙур байрам юғары кимәлдә үтте. Губернаторҙар менән дә һөйләштем, улар ҙа шундай фекерҙә”.