Һеҙ уларҙы беләһегеҙме?14.06.2012
Һеҙ уларҙы беләһегеҙме?“...Шундай татлы һиңә,
Шундай яҡын
Ҡурғаш, буяу, ҡағыҙ еҫтәре...”
Рәми Ғарипов.

Горизонталь буйынса: 11. Сәхнәлә башҡарыу өсөн диалог формаһында автор телмәрһеҙ яҙылған әҙәби әҫәр төрө. 12. Никахһыҙ йәшерен енси мөнәсәбәт. 13. Католиктың баш кейеме. 14. Күркле, мөһабәт төҫ-ҡиәфәт. 15. Прайд булып йәшәгән йыртҡыс йәнлек. 18. Осоусы аппарат менән кешеһеҙ идара иткән механизм. 29. Тойғо. 33. Ҙур тарихи ваҡиға йәки таныулы кешегә бағышлап ҡуйылған скульптура. 34. Мосолман байрамы. 35. Һабағынан сүс, орлоғонан май алына торған тарбағай ботаҡлы үҫемлек. 36. Ҡыҙҙырылған бойҙай. 37. “Батыр үҙе үлһә лә, (...)ы үлмәй”. 39. Кавказдағы баш ҡала. 45. Шри-Ланканың баш ҡалаһы. 50. Түбә таҡтаһы аҫтынан уратып элгән тар шаршау. 55. Йәннәт баҡсаһы. 56. Бер-ике нәмәнең дөрөҫлөгөн күрһәткән кеше йәки дәлил; шаһит. 57. Аҡыҡтың бер төрө. 58. Мосолмандар тарафынан көнөнә биш тапҡыр башҡарылырға тейешле ғибәҙәт.
Вертикаль буйынса. 1. Йыртҡыс ҡош. 2. Көрән төҫтәге аҫыл тиреле, кимереүсе ер-һыу йәнлеге. 5. Мәскәү аэропорты. 7. Тәҙрәгә ҡуйылған селтәрле тимер. 10. Ҡара диңгеҙҙәге балалар курорты. 15. Нимәнеңдер арбағыс сихри көсөнә ышанып, ауырыуҙан йәки берәй төрлө яман нәмәнән ҡотолоу өсөн эшләнгән сара. 17. Драматург (...) де Вега. 19. Йәннәт. 20. Шайтандар башлығы. 22. Сәнскәкле затлы сәскә. 23. Ҡолон һымаҡ ат. 25. Екатеринбургка исемен биргән революция эшмәкәре. 27. Римдәге дәүләт. 28. Башҡортостандағы иң атаҡлы эмблема оҫтаһы. 30. Һүҙһеҙ аңлатыу өсөн яһалған төрлө ҡул, баш хәрәкәте, ым. 32. “Көсләп асҡан күҙҙең (...)ы юҡ”. 33. Ҡарауыл. 37. Башҡорттағы волость, ауыл общиналарының ер биләмәһе; хужалыҡ урыны. 40 (...)-елпе. 41. Ниҙелер башҡарыу, үтәү юлы. 43. Үлем. 44. Сәтләүеге булған ағас. 46. Пионер отрядын уятыусы музыкант. 48. Йөҙөү ысулы. 49. Аристотелдең әҫәре. 52. Дәүләт ҡоролошо бүлеге хәбәрсеһе. 54. Һарыҡтың эс майын оҙон итеп ҡырҡып, ас эсәккә ҡуша үреп бешергән ашамлыҡ.
Илдар ҒӘБИТОВ төҙөнө.


Вернуться назад