Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы илсеһе Нго Дык Ман менән осрашты.Һөйләшеүҙә иҡтисади, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә ике аралағы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре хаҡында фекер алышынды. Вьетнам делегацияһы Башҡортостанға республиканың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған байрам сараларында ҡатнашыу маҡсатында килде.
– Беҙҙең ике дәүләтте күптәнге дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй. Иҡтисади тармаҡтағы хеҙмәттәшлек айырыуса һөҙөмтәле үҫеш ала. TH Group кеүек Вьетнам предприятиелары республикабыҙҙа уңышлы эшләй, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта тауар әйләнешен арттырыу мөмкинлеге бар. Мәғариф йүнәлеше буйынса хеҙмәттәшлек алып барылыуы мөһим. Беҙ киләсәктә берлектәге эште киңерәк йәйелдерергә әҙербеҙ.
Вьетнам илсеһе үҙ сиратында Башҡортостан етәкселегенә төбәктең 100 йыллығын байрам итеүгә саҡырған өсөн рәхмәт белдерҙе, сараның тарихи әһәмиәтен билдәләне.
Осрашыу барышында бизнес, туризм, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре лә барланды.