Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы?23.03.2019
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың 100 йыллығы уңайынан Инстаграмдағы аккаунтында халыҡҡа мөрәжәғәт итте.

“Башҡортостан – илебеҙҙә республика статусы алған беренсе төбәк. Асылда Рәсәй федерализмы беҙҙән башланған. Әйҙәгеҙ, үткән йөҙйыллыҡ менән генә сикләнеп ҡалмайыҡ, ә артабанғы дәүерҙә республиканың ниндәй була алыры хаҡында уйлайыҡ. Был быуатты алтын итерлек мөмкинлектәребеҙ бармы?

Эйе, бар. Беҙҙең сәнәғәт һәм кадрҙар ҡеүәте киләсәктең һанлы иҡтисадына ынтылыш яһау мөмкинлеген бирә. “Башнефть” күләмендәге йөҙҙәрсә предприятие булдырырға хәлебеҙҙән килә. Беҙ мәғарифты Гарвард һәм Йель профессорҙары БДУ-ның вакансиялар битенә инеп ҡарарлыҡ кимәлгә еткерә алабыҙ.

Кемдер мине хыялға бирелеүсән тип әйтер һәм хаҡлы булыр. Һәм мин барығыҙға ла хыялланып йәшәргә, киләсәк тураһында уйларға тәҡдим итәм, юғиһә үткәндәрҙә мәңгегә ҡаласаҡбыҙ. Ә инде киләсәк образы күҙаллана башлаһа, әйҙәгеҙ, еңдәрҙе һыҙғанып иң ҡыйыу идеяларҙы бергәләп тормошҡа ашыра башлайыҡ. Беҙҙең барыһы ла килеп сығасаҡ”.



Вернуться назад

Яндекс.Метрика