"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр23.03.2019
Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә Башҡортостандың 100 йыллығына арнап “Әкиәт бүләк итәм” тигән йыйынтыҡ әҙерләп сығарҙы.

Баҫманың тәүге өлөшөндә республикабыҙҙы данлаған шиғырҙар тупланған. Тәрбиәселәр Йәмилә Фәҡиәтова, Рәсимә Иҫәнбаева, Раушания Хажиева, Ләйсән Фәйзуллина һәм ата-әсәләре менән берлектә кескәйҙәр ҙә ижад иткән.

Китаптың артабанғы биттәрендә Тыуған ил байлыҡтары, рухи ҡиммәттәр, батырҙар хаҡында әкиәттәр урын алған. Был бүлектә тәрбиәселәр Рәүилә Ҡолмөхәмәтова, Наҙгөл Латипова, Айгөл Исҡужина, Әлиә Ырыҫбаева, Лениза Хоҙайбирҙина, Гөлшат Хурамшина, Әлфиә Вилданова, Луиза Сәйетова, Әлфиә Баймырҙина, Ләйсән Фәйзуллина, Йәмилә Фәҡиәтова, Рәсимә Иҫәнбаева, Раушания Хажиева, тәрбиәсе ярҙамсыһы Зөбәржәт Ҡоломбәтованың, шулай уҡ ата-әсәләрҙең балалар менән берлектәге ижад емештәре ингән. Әҫәрҙәрҙе кескәйҙәрҙең сағыу һүрәттәре биҙәй.

Китаптың исем туйында бәләкәстәр “Айыухандың ете мөғжизәһе” әкиәтен сәхнәләштерҙе, тип хәбәр итте тәрбиәсе Рәүилә Ҡолмөхәмәтова.


Вернуться назад