Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ22.03.2019
Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының эшен әүҙемләштереү бурысын ҡуйғайны.

Республикабыҙҙа был бурысҡа иғтибар ҙур: һәр ҡарарҙы ҡабул итерҙән алда иң беренсе халыҡ фекере иҫәпкә алына.

Ошо көндәрҙә Баймаҡтағы йәмәғәт ойошмаларының конференцияһы булды. Сарала район башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, уның социаль эштәр буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, Баймаҡ районы прокуроры урынбаҫары Игорь Муртаев һәм башҡалар ҡатнашты.

Райондың “Ағинәйҙәр”, “Атайсал” ойошмалары, старосталар, ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, атайҙар, ата-әсәләр ҡорҙары, дини берләшмәләре һ.б. вәкилдәрен бер майҙанға туплаған сарала төрлө темаға сығыштар тыңланды, фекер алышынды.

“Йәмәғәт ойошмаларының Баймаҡ районы халҡының тормошон яҡшыртыуҙағы өлөшө” тип аталған төп доклад менән Гөлшат Сирғәлина сығыш яһаны.

“Уларҙың эше юғары баһаға лайыҡ. Йәмәғәт ойошмаларының һәр береһе үҙ йүнәлешендә ауыл-ҡалаларҙа халыҡ менән ғәйәт ҙур эш атҡара, – тине хакимиәт башлығы урынбаҫары. – Был ғәмәлдәр йәмәғәт башланғысында булһа ла, уларҙың көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ”.

Йәмәғәтселәргә өҫтәүенә райондың эске эштәр бүлеге һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән хеҙмәттәшлек алып барыу зарурлығы белдерелде. Ауылдарҙа алкоголь таратҡандарҙы асыҡлауҙа булышлыҡ ҡылыуҙары һоралды.

“Барыбыҙ ҙа дөйөм маҡсат өсөн аңлашып, кәңәшләшеп, берҙәм эшләгәндә генә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин буласаҡ”, – тине Фәнис Әминев.

Тимәк, райондың йәмәғәт ойошмаларына киләсәктә тағы ла яңы маҡсаттар ҡуйып, ең һыҙғанып эшләргә ҡала.


Вернуться назад