"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"22.03.2019
Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе ҡабул иткән баш ҡала медицина белгестәренең “һуңғы десант”ы үҙ йорттарына юлланды.

– Сибайҙар баш ҡала табиптары эшенән бик ҡәнәғәт. Медицина белгестәре көнөнә 30-ҙан ашыу ауырыуҙы ҡабул итте, бар яҡлап ярҙам күрһәтте, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Римма Буканова.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдереүенсә, Өфө белгестәре Сибайҙағы коллегаларына артабан да методик ярҙам күрһәтеп торасаҡ, шулай уҡ кәрәк саҡта аллерголог, токсиколог кеүек тар белгестәрҙең ҡабул итеүе ойоштороласаҡ. Әлбиттә, барыһы ла алдан яҙылыу буйынса башҡарыласаҡ.

Ҙур хеҙмәт атҡарған, бихисап кешегә ярҙам күрһәткән Өфө табиптарына сибайҙарҙың ихласлығы, ҡаланың матур, төҙөк, таҙа булыуы оҡшаған.


Вернуться назад