“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль өлкәгә ҡағылышлы мәсьәләләргә ентекле туҡталды.
– Беҙ һаулыҡ һаҡлау өлкәһен заманса итеүгә күп көс һалабыҙ. Беренсел ярҙам, беренсел тикшереү кешегә мөмкин тиклем яҡынайырға тейеш тигән ябай бурысты хәл итәбеҙ, шуға күрә әүҙем рәүештә фельдшер-акушерлыҡ пункттарын тергеҙәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров был тармаҡҡа ҡағылышлы иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе, тип билдәләне. Бөгөн был проблема ауыл ерендә генә түгел, ҡайһы бер ҡала дауаханаларында ла киҫкен тора. Уны хәл итеүҙең төрлө юлдары эҙләнә.
Мәғарифҡа ҡағылышлы мәсьәләләрҙе барлап, Радий Фәрит улы яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөү, бер сменала уҡытыуға күсеү зарурлығын билдәләне.