Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты22.03.2019
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү акцияһына Сибайҙың 7-се мәктәбе кадеттары ла дәррәү ҡушылды.

Уларға тәүҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса ЮХХДИ бүлеге инспекторы, полиция лейтенанты Ринат Хафизов инструктаж үткәрҙе: балаларҙың юл йөрөү ҡағиҙәләрен нисек белеүен тикшерҙе, юл-патруль автомашинаһы төҙөлөшө менән таныштырҙы.

– Бындай акцияларҙы даими үткәрәбеҙ, кадеттар беҙгә һәр саҡ ярҙам күрһәтә, – ти полиция хеҙмәткәрҙәре. – Йәш инспекторҙар менән Сибай урамдарында рейд үткәреп, юл хәрәкәтен контролдә тоттоҡ. Бигерәк тә автомобилдәрҙә балалар креслоһы булыу-булмауын иғтибарға алдыҡ: ата-әсәнең байтағы был ҡағиҙәне үтәмәй, шунлыҡтан юл аварияларында балаларҙың имгәнеү осраҡтары күп теркәлә.

Кадеттар водителдәргә буклеттар ҙа таратты. Рейд барышында тәртип боҙоу осраҡтары асыҡланманы.

– Юлда йәш инспекторҙарҙың туҡтатыуы, буклет биреп, имен сәфәр теләүе – үҙе үк матур күренеш. Балаларҙы хәстәрләүҙәре айырыуса ҡыуандырҙы. Ысынлап та, ошондай иғтибар юлда тәртипле йөрөүгә, талаптарҙы һәр саҡ иҫтә тотоуға ныҡлы булышлыҡ ҡыла, – ти водителдәр.

Әйткәндәй, ҡаланың 7-се мәктәбендә, Урал аръяғы райондарында тәүгеләрҙән булып, өс йыл инде ошондай йүнәлештә белем бирелә: бында ун кадет һәм ике курсант класы бар.


Вернуться назад