Гүзәллеге ғашиҡ итә09.06.2012
Гүзәллеге ғашиҡ итә2008 — 2017 йылдарға "Рәсәй Федерацияһы башҡорттары" дәүләт программаһы илдең төрлө төбәгендә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә Өфө менән танышыу мөмкинлеген бирә. Күптән түгел баш ҡалабыҙҙы Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында йәшәүсе 13 бала күреп ҡайтты.
— Йәмәғәт эшендә ҙур әүҙемлек күрһәтеүсе һәләтле уҡыусыларҙы сәйәхәткә алып килдек, — тине төркөмдөң етәксеһе, Мейәстәге Балалар һәм үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсия үҙәге директоры Бүләкәй Шафиҡова. — Алтауһы "Уралым" халыҡ бейеү ансамблендә бишәр йыл шөғөлләнә. Етәүһе "Тамыр" берекмәһенә йөрөй, тыуған яҡ һәм башҡорт халҡы тарихын өйрәнә, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың ҡәберен тәрбиәләүҙә ҡатнаша.
Сит тарафта йәшәүсе башҡорттарҙы Өфө һәм республика менән таныштырыу йәһәтенән ҙур тәжрибә туплаған "Башкурорт" компанияһы (директоры — Альберт Лоҡманов) балаларға мауыҡтырғыс программа әҙерләгәйне. Йәш ҡунаҡтарыбыҙ Өфөлә музейҙарҙың күп булыуына хайран ҡалған. Хәрби дан музейы, Башҡортостандың Милли музейы, Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, Мәжит Ғафуриҙың йорто, Урман музейы, планетарий ҡыҙ һәм малайҙарҙа бай тәьҫорат уятҡан. — Барыһынан бигерәк милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәле оҡшаны, — тине улар бер тауыштан.
Өс көнлөк сәйәхәт мәлендә Мейәс делегацияһы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Артур + Нэнси" спектаклен, "Нефтсе" мәҙәниәт һарайында бейеү алиһәһе Рәшиҙә Туйсинаның юбилей концертын ҡарарға ла өлгөргән.
— Күптәребеҙ, тәүге тапҡыр ҡурайҙың тере тауышын ишетеп, таң ҡалды. Сәхнә оҫталарының сығышынан һуң башҡорт бейеүҙәрен тағы ла нығыраҡ ярата башланыҡ, — тине араларынан Айнур Әхмәтов исемле үҫмер.
Әйткәндәй, Айнур бығаса Санкт-Петербург йәки Мәскәү ҡалаһында уҡырға хыялланһа, был сәйәхәттән һуң фәҡәт Өфөләге Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһына килергә ҡарар иткән. Алина Рамаҙанова ла мәктәпте тамамлағас, Өфөлә уҡырға теләй — табип булыу хыялы менән яна.
— Өфө тәү күреүҙән күңелгә яҡын булып тойолдо. Килеп инеү менән уның йәшеллеге, таҙалығы күҙгә ташланды, — тип кисерештәрен уртаҡлашты дуҫтары кеүек үк киләсәктә баш ҡалабыҙҙа уҡырға хыялланыусы үҫмер Руслан Фәхриев.
Бер күреүҙән үк һәммәһен үҙенә ғашиҡ итә шул гүзәл Өфөбөҙ!
Н. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад