Гөлшат Ғәбитова – еңеүсе!22.03.2019
“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2019”, шул иҫәптән, “Башҡортостандың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2019” республика конкурсы аҙағына яҡынлашты, бөгөн Ҡала мәҙәниәт һарайында еңеүселәр асыҡланды.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова барыһын да Башҡортостандың 100 йыллығы менән ҡотланы, уҡытыусыларҙың тырышлығына һоҡланыуын белдерҙе. “Башҡортостандың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2019” республика конкурсында Өфө ҡалаһы 7-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Ғәбитоваға етеүсе табылманы, ә “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2019” һәм абсолют еңеүсе – Өфө ҡалаһы Гайдар исемендәге 47-се гимназияның иҡтисад уҡытыусыһы – Ирина Хисмәтуллина.


Вернуться назад