Өфөлә "Торатау" конгресс-холында уҙған "Берҙәмлек. Гражданлыҡ. Илһөйәрлек" форумы дауам итә. Уның сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Башҡортостан Республикаһы райондары һәм ҡалалары башҡорттары ҡоролтайҙары рәйестәре ҡатнашлығында "V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек тураһында" семинар-кәңәшмә бара. Сарала бынан 100 йыл элек булған ваҡиғаларға байҡау яһалды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин "Башҡорт халҡын туплауҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының роле" тигән темаға сығыш яһап, урындарҙағы ҡоролтай ойошмаларының ролен баһалап, ҡоролтай рәйестәрен халыҡҡа яҡыныраҡ булырға һәм эшләргә саҡырҙы.