Илебеҙ тарихын өйрәнеүҙә Ватан һуғышы һаман да көнүҙәк темаларҙың береһе булып тора. Ғилми-тикшеренеү эштәре барышында уның күп кенә өлкәләре иғтибарҙан ситтә ҡалып килде, тигән фекер белдерҙе Өфөлә үткән Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар. “Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышындағы еңеүенә Башҡортостандың индергән өлөшө” тигән форум республика Хөкүмәте, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡортостан Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге тарафынан ойошторолғайны.
Рәсәй төбәктәренән, Украина, Болгария, Германия, АҠШ кеүек сит илдәрҙәге университеттарҙан, фән һәм музей үҙәктәренән килгән ғалимдар “1812 йылғы Ватан һуғышы һәм сит илдәргә 1813 — 1814 йылдарҙағы хәрби поход: һуғыш һәм дипломатия, ваҡиғалар һәм кешеләр”, “Төньяҡ амурҙары” — башҡорт һыбайлыларының 1812 — 1814 йылдарҙа Наполеонға ҡаршы яуҙа ҡатнашыуы феномены” һәм “Халыҡтарҙың тарихи хәтерендә, фәндә һәм музей йыйынтыҡтарында Наполеон һуғышы” тигән секция ултырыштарында сығыш яһап, Рәсәй армияһы өсөн Көньяҡ Уралда тупланған милли ғәскәрҙәргә бәйле төрлө мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Конференцияла билдәләнеүенсә, Ватан һуғышына заман бейеклегенән тороп яңыса ҡараш ташлау мөһим. Шул осорҙағы яҙмаларҙы, һүрәттәрҙе, көнкүреш әйберҙәрен, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен, йолаларҙы махсус рәүештә берләштереп өйрәнеү талап ителә.
“1812 йылғы Ватан һуғышындағы еңеүгә Рәсәй халыҡтарының индергән өлөшө” тигән федераль программа эшләнергә, уның ҡайһы бер тармаҡтары белем биреү һәм киң мәғлүмәт проекттарында сағылыш табырға тейеш, тигән тәҡдим булды. Башҡорт халҡының Наполеон илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштәге еңеүгә айырыуса тос өлөш индереүен иҫәпкә алып, ғалимдар 2013 йылғаса ошо темаға айырым монография нәшер итергә теләк белдерҙе. Бынан тыш, “Төньяҡ амурҙары”ның ҡаһарманлығы хаҡында нәфис фильм төшөрөү өсөн 2013 — 2014 йылдарҙа “Башҡортостан” киностудияһына аҡса бүлеү мәсьәләһе буйынса федераль власть органдарына мөрәжәғәт итергә ҡарар ҡылдылар.
Форумда ҡатнашыусылар Ватан һуғышы осорон сағылдырыусы архив документтарын һаҡлауҙың һәм баҫып сығарыуҙың мөһимлеген билдәләне. Дәүләт органдары һәм йәмәғәт ойошмалары хәрби-тарихи реконструкция хәрәкәтен үҫтереүгә булышлыҡ итһен ине, сөнки был йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһон нығытыу тәңгәлендә уңышлы аҙым, тигән фекер белдерҙе улар.
Даян МӘЖИТОВ