Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса мәғлүмәттәрҙе баҫтырҙы. Уның ысынға тура килеү ихтималлығы – 69-72 процент.
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, илдә яҙ аномаль йылы буласаҡ, ә йәй уртаса көтөлә, тәүге көндәре — һыуыҡ һәм ямғырлы.
– Быйыл йәй аномаль эҫелек көтмәйбеҙ, шуға күрә ҙур урман янғындары ла булмаҫ, моғайын. Бойҙай уңышы элекке йылдарҙан хөртөрәк булмаҡсы, быға иртә яҙ сәбәпсе. Йәй былтырғы һәм унан алдағы йылдар менән сағыштырғанда һалҡыныраҡ буласаҡ, әммә климатик норманан саҡ ҡына йылыраҡ көтөлә. Ә бына сентябрь йылы киләсәк, – тине Гидрометүҙәк директоры Роман Вильфанд.
Башҡортостанда
апрелдә һауа температураһы нормаға ярашлы буласаҡ (норма: 3-5 градус йылы ).
Майҙа шулай уҡ ғәҙәттәгесә: 10-14 градус йылы.
Июндә нормаға яҡын, республиканың көньяғында эҫерәк. Норма 16-18 градус.
Июлдә — 17-20 градус йылы. Яуым-төшөм саҡ ҡына күберәк булыуы ихтимал.
Августа 14-18 градус йылы, был да шулай уҡ норма иҫәпләнә.