25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары советы Башҡортостанда күсмә ултырышын үткәрә.
Ошо ҙур сара нигеҙендә Совет ағзалары 26 мартта киске сәғәт 6-ла Өфөләге “Торатау” конгресс-холында (Зәки Вәлиди урамы, 2, 6-сы ишек) граждандарҙы ҡабул итә. Ҡабул итеүгә 22 һәм 25 мартта иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8 (347) 280-97-48 телефоны аша алдан яҙылырға мөмкин. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаған документ алыуығыҙ һорала.
Совет ағзалары шулай уҡ “түңәрәк өҫтәл”дәр, кәңәшмәләр үткәрәсәк. Экология мәсьәләһенә ҙур иғтибар биреләсәк.