Тверь ҡалаһындағы Андрей Дементьев исемендәге поэзия йортонда Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған “Йәшел япраҡ” йәш шағирҙар конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда ҡатнашыусыларға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сәләмләү телеграммаһы ебәрҙе.
Сарала Мостай Кәрим исемендәге Фондты булдырыусы, “Милли әҙәбиәт йорто” попечителлек советы фонды рәйесе Тимербулат Кәримов ҡатнашты.
Ул милли мәҙәниәт мираҫын һаҡлау йәһәтенән фондтың башҡарған эштәре тураһында һөйләне. Кәримовтар ғаиләһе исеменән Поэзия йортона халыҡ шағирының китаптарын һәм Мостай Кәримдең 98 йәше айҡанлы Өфөлә үткәрәлгән сараларҙан Андрей Дементьев ҡатнашлығындағы фотоларҙы бүләк итте.
Быйыл “Йәшел япраҡ” конкурсына илдең 83 ҡалаһынан 400-ҙән ашыу ғариза килгән, 60 автор финалға сыҡҡан. Еңеүселәр дипломдар, аҡсалата премия, бүләктәр алды. Иң мөһиме – һәр кемгә Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук башҡарыуындағы йәшел үлән композицияһын тапшырҙылар.
Был конкурс совет һәм Рәсәй шағиры Андрей Дементьев башланғысы менән булдырылған. Ул Мостай Кәримдең яҡын дуҫы булған.