Бөрйән районында БР Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү территориаль подсистемаһына ҡараған Бөрйән звеноһының яҙғы ташҡынға әҙерлеге тикшерелде.
Сараға райондың 15 ойошмаһынан 29 берәмек техника, 99 хеҙмәткәр йәлеп ителде. Авария хеҙмәттәре менән инструктаж үткәрелде, техникаларҙың, махсус ҡорамалдарҙың торошо тикшерелде.
Ҡотҡарыусы хеҙмәт етәкселәре Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа ташҡын осрағына тулыһынса әҙер икәнлектәре тураһында хәбәр итте.