— Был ни хәл?
— Ленин урамына нимә булған?!
— Гөжләп торған машиналарҙы ҡайҙа иткәндәр?
Байрам көндәрендә Өфөнөң үҙәк урамына килгән һәр кем ғәжәпләнеүен йәшермәне. Ғәҙәти ваҡытта машиналар елдергән Ленин урамы ике тәүлеккә “ҡырмыҫҡа иләүе”нә әйләнде. Өфөлә быға тиклем булмаған хәл — йәйәүлеләр өсөн урам асылды. Мәскәүҙәге Арбат тиерһең!.. Ҡала халҡының шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов килде.
Был урамда рәхәтләнеп ял итеү өсөн ни генә юҡ! Теләһәң,тирмәгә инеп сәй эс, күңелеңә оҡшаған ҡул эштәрен дә һатып алырға була. Балаларға уйнау урындары ла бихисап. Һәр ерҙә йөрәкте елкендереп дәртле йыр-моң ағыла. Хатта Өфө башлығы Ирек Ялалов та ҡоласын йәйеп бейергә төшөп китте.
Рөстәм Зәки улы халыҡ менән ихлас әңгәмә ҡорҙо. Өфөлә йәйәүлеләр өсөн урам асыуға ихтыяж хаҡында ла ҡыҙыҡһынды. Һәр кем бындай ял итеү урыны күптән кәрәк икәнлеген әйтте. Тимәк, киләсәктә ҡала халҡының изге хыялы тормошҡа ашмаҡсы!
А. АБҘАҠОВ.