Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ22.03.2019
Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ
Дан ҡаҙанған батыр халҡың бар.

Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан “Башҡортостан” гәзитендә Башҡортостан дәүләтселеген барлыҡҡа килтереүгә, автономия төҙөүгә бәйле ваҡиғаларҙа туранан-тура ҡатнашҡан, данлы эштәре менән билдәле шәхестәребеҙ, тарихи йылъяҙмабыҙҙағы сағыу ваҡиғалар тураһындағы уҡымлы, йылдар үтеү менән дә бәҫен һәм баһаһын юғалтмаған ҡайһы бер мәҡәләләрҙе ҡайтанан баҫырға ҡарар иттек. Уларҙа данлы үткәнебеҙ сағыла, милләтем тип янып йәшәгән шәхестәребеҙҙең ҡатмарлы ла, фәһемле лә яҙмыштары бәйән ителә.

Бөгөн Басир Мәһәҙиевтең “Башҡортостан” гәзитендә 2003 йылдың 4-5 ноябрендә баҫылған мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.


Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында бара һүҙ был мәҡәләлә. Уның улы Исыҡ Өсҡайнаҡҡа ла иғтибар бүленә, башҡа туғандары ла телгә алына. Хәҙерге Ейәнсура районының Байыш (Ураҙ) ауылынан сыҡҡан шәхес була ул Зыя Өсҡайнаҡ – Зыя Ураҙов (1904 – 1967). Улы Исыҡ әфәндене беҙ Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туған ярҙамында Американан тапҡайныҡ. Түбәндәге мәғлүмәттәрҙең байтағын Исыҡ әфәнде беҙгә интернет аша ебәрҙе.

Зыяның Төркиәгә юлланғаны

Байыш ауылы халҡының ярты­һы тиерлек электән үк Ураҙов фа­милияһын йөрөттө. Бик көслө зат булған икән ул Ураҙ исемле уҙаман, ырыу башлығы, бынан ике-өс йөҙ йыл элек йәшәгән шәхес, тип аңларға кәрәк. Ураҙ бейҙең нәҫел ҡаны, Аллаға шөкөр, ана бөгөн дә күптәрҙең йөрәген уйнатып тора, сит илдәрҙә лә тамыр йәйә.

Ураҙовтарҙан Зыя исемле ма­лайҙың Октябрь революцияһы йәки Граждандар һуғышы йылдарында, йәғни үткән быуаттың тәүге ғауғалы өлөшөндә, Төркиәгә сығып киткәнен беҙ, уның Байыштағы туғандарына яҡыныраҡ кешеләр, күптән белә инек. Хатта иң алама 30-сы йыл­дар­ҙа ла, дөрөҫөрәге, 1937 йылға тиклем, Төркиәнән Зыя­ның ғәрәпсә яҙған хаттары килгеләп торған, Зыя­ның бер туған һеңлеһе Хөбәйбә апай уларҙы беҙгә, Абҙан ауылын­дағы Мәһәҙиевтәргә, алып килеп күрһәткеләр булған тип беләбеҙ хәҙер.

Ә Төркиәлә йәшәгән Зыя Совет­тар иленән хат алғылағанмы һуң? Уның хәҙер АҠШ-та йәшәгән улы – юғары белемле ҙур белгес, инженер-электроник Исыҡ Өсҡай­наҡ беҙгә был турала бер генә факт белеүе тураһында яҙҙы. “1950 – 1955 йылдар арауығында атайым ҡайҙандыр Советтар иленән ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған хат алды, был хаҡта ул үҙе эшләгән урындарҙа – Зонгулдак ҡалаһының Ауыл хужалығы институтында һәм музейында – хеҙмәттәштәренә шатланып һөйләп йөрөнө, әсәһенең, һеңлеһенең фотоларын күрһәтте”.

Зыя Ураҙов Төркиәгә атаһының, әсәһенең, туғандарының тулы ризалығы менән юллана. Байыш халҡының, ундағы туғанда­рының һөйләүенсә, Беренсе герман һуғышы йылдарындамы, Граждандар һуғышы осорондамы, Байышҡа бер төрөк кешеһе килге­ләп йөрөй башлай, беҙҙең илгә әсир булып килеп эләккән Төркиә гражданы була шикелле ул. Ауыл халҡына төрлө хужалыҡ эштәрендә ярҙам иткеләй, ҡайһы бер ғаиләләр менән дуҫлашып ала был төрөк. Зыя исем­ле бер малайҙың сослоғон, үткерлеген күреп, шәп кеше сыға­саҡ бынан, тип һорай башлай: ми­нең менән ебәрегеҙ уны Төркиәгә, уҡытырға, яҡшы һөнәргә өйрәтергә кәрәк улығыҙҙы, юғалып ҡалмаҫ, әҙәм булып китер, үҙ өҫтөмә алам был бурысты, ти. Зыяның ата-әсәһе, туғандары ризалыҡ бирә. Уларҙың, өлкән Ураҙовтарҙың, үҙ хәлдәре бик мөшкөл булыуы ла мөмкин был буталсыҡ заманда. Зыяға ул саҡта ни бары 13-14 йәш тирәһе генә була.

1923 йылда Төркиәнең бөтә граждандарына ла паспорт биреү, фамилия тәғәйенләү тураһында закон сығарыла. Зыя үҙенә Өсҡай­наҡ тигән фамилия ала, Трабзон ҡалаһында йәшәгән тулы хоҡуҡлы Төркиә кешеһе булып китә, паспорт алғанда тыуған ерем тип шул Трабзон ҡалаһын яҙҙыра. Ҡайҙан ул “Өсҡайнаҡ” һүҙенә туҡталғандыр – билдәһеҙ.

Яҡынса 1925 йылда Зыя Өсҡай­наҡ Анкаралағы Ғази институтына уҡырға инә. Был уҡыу йортон яҡташыбыҙ юғары белемле тарихсы дәрәжәһен алып тамамлай.

1930 йылдан алып Зыя Өсҡай­наҡ төрлө урта һәм юғары уҡыу йорттарында уҡытыусы булып эшләй башлай, әкренләп фән донъяһына ла юл аса.

Нәҫеле өҙөлмәйәсәк

30-сы йылдар уртаһында Зыя Өсҡайнаҡ Төркиәнең мәғариф һәм фән етәкселәре тарафынан ике йылға Венгрияға ғилми команди­ровкаға ебәрелә. “Һаулығын да бер аҙ нығытып алһын был йәш ғалим шул яҡта”, – ти түрәләр. (Ниндәй хәстәрлек бит, ә?) Зыя әфәнде мадъяр һәм төрки халыҡ­тарының сағыштырмаса тарихын төплө генә өйрәнеп ҡайта. Венгрияла атайымды бик йылы ҡабул иткәндәр, ти улы Исыҡ.

1938 йылда, Трабзон ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән сағында, Зыя әфәнде үҙенең элекке танышын – Ғази институтында бергә уҡыған һабаҡташ ҡыҙҙы осрата. Сығышы Эрзерум ҡалаһынан булған был туташ хәҙер бында, Трабзонда, урта мәктәптә уҡытып йөрөгән була. Йәштәр өйләнешә. “Йәштәр” тиһәк тә, шуны оноторға ярамай: 30-35 йәштәрҙә була инде улар икеһе лә. Бер-ике йылдан ғаилә бөтөн­ләйгә Зонгулдак ҡалаһына йәшәргә һәм эшләргә күсә. Ирле-ҡатынлы Өсҡайнаҡтар, икәүләп, ундағы бер лицейҙа уҡыта башлай. Бер нисә йылдан Зыя әфәнде шул уҡ ҡалалағы юғары уҡыу йорттарында ла дәрес бирә.

Икенсе бөтә донъя һуғышы башланғас, уны Төркиә ғәскәренә алалар. Яралана, яраһы уңала бир­гәс, тағы һуғышҡа алып китә­ләр... Икенсе тапҡыр яраланып, лейтенант Зыя Өсҡайнаҡ 1944 йылда тулыһынса демобилизациялана. Артабан ул ғүмере буйы Зонгул­дактағы ауыл хужалығы институтында, башҡа урта һәм юғары уҡыу йорттарында тарихтан уҡыта, профессор булып китә. Музейҙа ла эшләп ала.

1945 йылда Өсҡайнаҡтарҙың улы тыуа – беҙ уны хәҙер Исыҡ Өсҡайнаҡ тип беләбеҙ (мәҡәләбеҙ­ҙең артабанғы төп геройҙарының береһе). 1949 йылда ғаиләлә икенсе бала – Исәләй исемле ҡыҙыҡай донъяға килә.
Зыя Өсҡайнаҡ 1967 йылда вафат була.

Мәҡәләбеҙҙең башында беҙ Зыя Өсҡайнаҡты Зәки Вәлидиҙең дуҫы тип атаһаҡ та, шуны иҫтән сыға­рырға ярамай: Вәлиди менән са­ғыштырғанда, Өсҡайнаҡ байтаҡҡа йәшерәк була. Вәлидиҙең “Хәтирә­ләр” китабында тасуирланған ҙур­ҙан-ҙур тарих – 20-се йылдарҙағы (дөрөҫөрәге, 1925 йылғы) ваҡи­ға­лар менән ослап ҡуйылған. Зыя Өсҡайнаҡ ул осорҙа хеҙмәтсе малай, наҡыҫ белемле йәш егет ҡоро­нан яңы сығып килгән була әле. Әм­мә, билдәле булыуынса, кеше­ләр араһындағы йәш айырмалығын ваҡыт ағышы ипләп-ипләп кенә кә­метә ала, бөтөрә яҙа. Үткән быуат­тың урталарына Зәки Вәлиди ме­нән Зыя Өсҡайнаҡ, һаулыҡ, ҡарт­лыҡ йәһәттәренән баһалағанда, тигеҙләнә төшәләр, тип әйтерлек.

Зыяның, Төркиәлә нығынып йәшәй башлағас, Вәлидиҙе ҡасан табыуы билдәһеҙ, ә инде фән мәсьәләләрендә уның уҡыусыһына әүерелеүе бәхәсһеҙ. “Минең атайым профессор Зәки Вәлиди Туған менән йыш осраша торғайны”, – тип яҙҙы беҙгә 1998 йылда Исыҡ Өсҡайнаҡ.

Осрашырға яҙһын

2001 йылдың сентябрендә беҙгә, Өфөләге Мәһәҙиевтәргә, шул Киркландтан интернет аша Исыҡ әфәнденең шатлыҡлы хәбәре килеп төштө: “Минең был хатымды Башҡортостандың Байыш ауылында йәшәгән Зөбәйҙә апайыма ла ебәрегеҙ әле. Минең ҡәҙерле атайым Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ хөрмә­тенә Байыш ауылында йыйылһаҡ, ошо шатлығымды ла унда билдәләп, байрам итеп алыр инек”.

Киләһе йылына – 2002 йылда – II Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы үткәрелергә тейеш ине. Исыҡ Өсҡайнаҡҡа ике саҡырыу хаты ебәрелде. Тик ниндәй сәбәп менән­дер Исыҡ әфәнде Ҡоролтайға килә алманы.

Исыҡ Өсҡайнаҡ әфәнде беҙгә килһә, кемдәрҙе осрата алыр ине һуң атаһы Зыяның, тимәк, үҙенең туғандарынан?
Зыяның атаһы иртә үлеп китә, уның ҡатыны Сәхип ике бала менән тороп ҡала: Зыя (буласаҡ Өсҡай­наҡ) һәм уның һеңлеһе Хөбәйбә. Хөбәйбә (мәрхүмә инде) Хәмит Хәлилов тигән кешелә кейәүҙә була, был парҙан ҡалған ике уҙаман хәҙер иҫән-һау: Урал Хәлилов (уны атаҡлы режиссер Шәүрә Мортазина Мәскәүгә театр институтына уҡырға алып киткәйне, шунан ул беҙгә ҡайтманы, театр рәссамы булып Псковта тороп ҡалды) һәм Иҙел Хәлилов. Иҙел – бик шәп музыкант, ҡурайсы, был йүнәлештә Салауат ҡалаһында эшләй, ҡыҙы Гөлнара – Стәрле­тамаҡта юридик факультетта, улы Ирек үҙҙәрендә юғары кластарҙа уҡый ине әле.

Зыяның әсәһе Сәхипкә әйләнеп ҡайтайыҡ. Зыяның атаһы (беренсе ире) үлгәс, Сәхип апай Тажмөхә­мәтов тигән кешегә кейәүгә сыға, унан Зөбәйҙә тигән ҡыҙы тыуа. “Зөбәйҙә апайың иҫән-һау әле” тип беҙ тап уның тураһында хәбәр иткәйнек Исыҡ Өсҡайнаҡ әфәндегә. Ашхабад яғында аҙыраҡ йәшәп, фельдшерлыҡҡа уҡып ҡайтҡан Зөбәйҙә апай ғүмере буйы Байышта “духтыр” булып эшләне. Уның ире Иван Стаценко тигән урыҫ шунда – Байышта ауыл механизаторы булып тир түкте, иҫән әле ул, тип тә яҙҙыҡ беҙ Исыҡҡа.

Зөбәйҙә апайың менән Иван еҙнәңдең балаларынан Борис Стаценко – Өфөлә врач-фтизиатор, Валерий Стаценко – Ейәнсураның Абҙан ауылында врач-стоматолог, Раиса Ивановна – Байышта уҡы­тыусы, Лариса – шунда уҡ Байышта хужабикә, тағы ла кемдәрҙер бар урта һәм кесерәк быуын Ста­цен­коларҙан Өфөлә, Ейәнсура яғында, тип тә хәбәр иттек. Стаценколарҙың бөтәһе лә тип әйтерлек (ҡалала йәшәгән бәләкәйҙәрен һана­мағанда) башҡортса белә, беҙҙеңсә бик оҫта һөйләшә, тинек.

Ир-егеткәй менән ат башын элек нужа йә һуғыш касафаттары бик алыҫтарға алып китер булһа, хәҙер туғанлыҡ тойғолары, көнкүреш хә­жәттәре лә йөрөтөүе мөмкин беҙҙе донъя буйлап. Амин, шулай булһын, осрашырға яҙһын Байыш­тыҡыларға Өсҡайнаҡтар менән.

(“Башҡортостан” гәзитенән, 2003 йыл, 4-5 ноябрь).


Вернуться назад