Республикам – терәге берҙәм халҡымдың.“Башҡортостан – Рәсәйҙең таяныс төбәге. Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылған мәлдән алып ошо ерҙәге бик күп халыҡ быуыны Ватанға хеҙмәт иткән, уның азатлығын яҡлаған, иҡтисади ҡеүәтен нығытҡан. Башҡортостан – 278 Советтар Союзы Геройының, 23 Рәсәй Федерацияһы Геройының, 224 Социалистик Хеҙмәт Геройының йәнтөйәге.
Беҙ яҙмыштарында Тыуған илебеҙ тарихы сағылған яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ: яҙыусы Сергей Аксаков, һынлы сәнғәт оҫтаһы Михаил Нестеров, арҙаҡлы генералдар Миңлеғәле Шайморатов һәм Анатолий Романов, мәшһүр бейеүсе Рудольф Нуриев, донъяның иң яҡшы опера бастары ағалы-ҡустылы Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар. Башҡортостан йәштәрен уларҙың өлгөһөндә тәрбиәләйбеҙ.
Башҡортостан – халыҡ һаны йәһәтенән иң ҙур милли республика. Беҙҙә 4 миллион 60 меңдән ашыу кеше йәшәй. Республиканы йөҙҙән ашыу милләт һәм бөтә традицион дин вәкилдәре төйәк иткән. Өфө илебеҙҙә исламдың баш ҡалаһы тип иҫәпләнә. Ике быуаттан ашыу бында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты эшләй. Башҡортостан – Волга буйы федераль округында иң “йәш” республика. Халҡының сирек өлөшө, йәғни миллиондан ашыу кеше – ул йәштәр.
Республикабыҙ иҡтисади яҡтан алға киткән төп төбәктәр тиҫтәһенә инә. Былтыр ойошмалар әйләнеше 3,5 триллион һумдан ашып киткән. Сәнәғәттең үҫеш йылдамлығы буйынса беҙ 3,4 процентҡа еттек. Был – илдәге иң юғары күрһәткестәрҙең береһе.
Республикабыҙ иҡтисады флагмандары – “Башнефть”, “Газпром нефтехим Салауат”, Өфө моторҙар берекмәһе, Күмертау авиация етештереү предприятиеһы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, Белорет металлургия комбинаты һәм башҡа бик күптәрҙе бөтәгеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙҙер. Уларҙың продукцияһына Рәсәй Федерацияһында ғына түгел, сит илдәрҙә лә ихтыяж ҙур.
Башҡортостан Рәсәйҙең инновациялы төбәктәренең береһе булараҡ танылды. Ундайҙар ни бары 16 ғына. Беҙ ассоциацияға берләшкәнбеҙ. Республикала ҡеүәтле нефть химияһы кластеры ойошторолдо. Индустриаль һәм технопарктар бар. Беҙ бизнес-инкубаторҙар, ғилми-тикшеренеү институттары, Фән һәм технологиялар йортон, эшҡыуарлыҡ йортон асабыҙ.
Башҡортостанда биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе төҙөлдө. Рәсәй Хөкүмәте ошондай ҡарар ҡабул итте. Беҙ ил етәкселегенә ышаныс күрһәткән һәм башланғыстарыбыҙҙы хуплаған өсөн рәхмәтлебеҙ. Әммә өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға йыйынмайбыҙ, әле Ишембайҙа махсус иҡтисади зона ойоштороу йәһәтенән әүҙем эшләйбеҙ.
Башҡортостан – илдең төп аграр төбәктәренең береһе. Былтыр беҙҙең агросәнәғәт комплексы 150 миллиард һумдан ашыу күләмдә продукция етештергән. Һыйыр ите етештереү буйынса – беренсе, һөт етештереү, һыйыр һәм йылҡы малдары һаны буйынса икенсе урынды биләйбеҙ. Йыл һайын 3-4 миллион тонна иген етештерергә мөмкинлегебеҙ бар. Бөгөн беҙҙең агросәнәғәт комплексында үҫеш буйынса күләмле проекттар тормошҡа ашырыла.
Беҙгә артабан да алға барырға, төбәгебеҙгә яңы этәргес бирергә кәрәк. Былтыр республикаға 270 миллиард һум йүнәлтелде. Беҙҙеңсә, был ғына етмәй, ошо һанды икеләтә арттырыу бурысын ҡуябыҙ. Яҡшыраҡ булырға, илебеҙҙәге алдынғы төбәктәр тәжрибәһен файҙаланырға теләйбеҙ.
Республикабыҙҙың тәүге йөҙ йыллығы биттәрен ябып, яңыһын яҙа башлайбыҙ. Икенсе йөҙ йыллыҡҡа алға киткән иҡтисадҡа, ҡеүәтле кеше потенциалына, күп милләтле дуҫлыҡтың һәм Рәсәй дәүләтенә хеҙмәт итеүҙең быуатлыҡ традицияларына эйә булып, ғорур һәм ышаныслы аяҡ баҫабыҙ. Беҙ үҙ көсөбөҙгә ышанабыҙ. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путинға ышаныс бағлайбыҙ һәм кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу буйынса ул ҡуйған бурыстарҙы үтәйәсәкбеҙ.
Икенсе йөҙ йыллыҡҡа “Алға, Башҡортостан!” тигән девиз менән инәбеҙ.