Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен өлөшләтә алып бара башлауы ихтимал.Бындай тәҡдимде бөгөн Хөкүмәт ултырышында Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова еткерҙе.
“Башланғыс ғаилә институтын нығытыуға ҙур өлөш индерәсәк, ата-әсәгә балалары менән йышыраҡ бергә булыу, күберәк шөғөлләнеү мөмкинлеге асыласаҡ”, – тине ул.
Күп балалы әсәләр, эш сәғәте ҡыҫҡартылһа ла, хеҙмәт хаҡын тулыһынса аласаҡ.