Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә ҡаралды.Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин әйтеүенсә, Мотлаҡ медицина страховкалау федераль фонды быйылдан яман шешкә ҡаршы дарыу терапияһына күберәк финанс бүлә башлаған.
Пациенттарға химия терапияһын махсуслаштырылған медицина ойошмаларының көндөҙгө стационарында ла үткәрергә мөмкин буласаҡ. Бынан тыш, 1 апрелдән амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәре эшләй башлаясаҡ, уларҙа сирлеләргә еңел һәм уртаса схемалар буйынса яман шешкә ҡаршы терапия алыу мөмкинлеге булдырыла.
Бынан тыш, төбәктә химия терапияһын ойоштороуҙың һөҙөмтәле территориаль схемаһы төҙөләсәк. Һауыҡтырыу алымдарын һайлау буйынса беренсел консилиум Республика клиник онкология диспансеры белгестәре тарафынан үткәреләсәсәк.
Яман шешкә ҡаршы дарыу терапияһы үткәреүгә бәйле төп ауырлыҡтар ҡыйбат препараттарҙы ала алмауға йәки уларҙың фармацевтика баҙарында булмауына, шулай уҡ әҙерлекле белгестәрҙең етмәүенә ҡайтып ҡала.
Әйтәйек, бөгөн республика медицина учреждениелары 65 онкологка мохтажлыҡ кисерә. Көндөҙгө стационарҙар булдырылһа, тағы 88 белгес кәрәк буласаҡ.
Башҡортостан дәүләт медицина университетының клиник ординатураһында әле онколог һөнәре буйынса 41 кеше белем ала. Бынан тыш, Республика клиник онкология диспансерындағы химия терапияһы бүлектәренең эш урынында 16 медицина ойошмаһынан табиптар һәм шәфҡәт туташтарына уҡыу үткәрелә.