"Минең Мостай Кәрим"21.03.2019
Учалы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Минең Мостай Кәрим” тип аталған шиғри конкурс үтте. Ул бөйөк әҙиптең 100 йыллығына бағышланды.

Сарала ҡаланың һәм Комсомольск ҡасабаһының мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларынан 13 бала ҡатнашты. Йәш конкурсанттарҙың ихлас күңелдән, хисләнеп, тасуири итеп шиғыр һөйләүе бер тамашасыны ла битараф ҡалдырманы.

Конкурста беренсе урынды Ульяна Ниязова һәм Рианна Шәйәхмәтова яуланы. Ҡатнашҡандарҙың барыһы ла маҡтау грамоталары, татлы приздар менән бүләкләнде. Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн музей буйлап экскурсия ла ойошторолдо.


Вернуться назад