Ф. Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһының I “В” класы уҡыусылары Башҡортостандың Милли музейында булды.Музей боронғолоҡ ҡына түгел. Ул – заманса технологиялар, яҡтылыҡ, экскурсоводтың мауыҡтырғыс итеп һөйләүе, тарих, эксклюзив экспонаттар... Ә беренселәрҙе оҙатып йөрөгән музей хеҙмәткәре – оҫта һөйләүсе генә түгел, музыкант та, ниндәйҙер дәрәжәлә педагог та. Шул ҡәҙәр хәрәкәтсән, шуҡ, күп мәғлүмәттән тиҙ арыған балаларҙы ҡыҙыҡтырыу, уларҙың иғтибарын бер урынға туплау өсөн бына ниндәй киң белемле, һөнәрле булыу кәрәк!
Боронғо мәмерйәләрҙе лә, яугирҙәрҙе лә, йәшмә залын да, йәнлек-ҡоштарҙы ла, боронғо милли кейемдәрҙе лә күрҙе уҡыусылар. Музейҙың генераль директоры Марат Зөлҡәрнәевкә, учреждение хеҙмәткәре Илдар Шәриповҡа ҙур рәхмәт! Балалар өсөн онотолмаҫ сәйәхәт булды был.