“Росстат” Рәсәйҙең иң “ялҡау” төбәктәрен атаны.
Федераль дәүләт статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, иң ҡыҫҡа эш аҙнаһы Алтай Республикаһында теркәлгән. Унда был күрһәткес уртаса 32,9 сәғәткә тиң.
Икенсе урында Карелия килә (33,4 сәғәт), өсөнсөлә – Коми (34,1 сәғәт).
Аҙнаһына иң күп эшләгәне – Севастополь халҡы (уртаса 39 сәғәт). Ҡалмыҡ Республикаһында ла (38,8 сәғәт), Воронеж өлкәһендә лә (38,8 сәғәт), Йәһүд автономиялы округында ла (38,8 сәғәт) эшһөйәр кешеләр йәшәй.
Енестәр араһында ҡарағанда, ир-ат (38,7 сәғәт) ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда (35,4 сәғәт) күберәк хеҙмәт һала икән.