Беҙҙең хаҡта нимә һөйләрҙәр?21.03.2019
Үрге Йәркәйҙәге Т. Рахманов исемендәге урта белем биреү мәктәбендә район күләмендәге ата-әсәләр йыйылышы үтте.

Ата-әсәләр менән педагогтар алдында бер үк мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы тора. Төп маҡсат – илдең лайыҡлы граждандарын үҫтереү. Уҡытыу һәм тәрбиәгә ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләрҙе үҙ эсенә алған ата-әсәләр йыйылышы һәр кемдең иңендә берҙәй оло яуаплылыҡ ятыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Оло тормош юлына аяҡ баҫҡан һәр йәш кеше “Иң яҡшы атай-әсәй минеке”, “Минең уҡытыусылар бына тигән белем, тәрбиә биргән” тип әйтерлек булһа, тимәк, хеҙмәтебеҙ бушҡа булмаған тигән һүҙ.



Вернуться назад