Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе дауам итәләр.
Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда “Салауат күпере” торлаҡ комплексындағы бер урамға уның исемен биргәндәр. Был хаҡта Мостай Кәрим исемендәге фондтан хәбәр иттеләр.
Республикабыҙҙағы күп кенә ауыл-ҡалаларҙағынан тыш, 2018 йылдың ғинуарынан шағир исемен – Мәскәүҙең Данилов районындағы һәм быйыл ғинуарҙан Ҡаҙағстандағы Алматы ҡалаһының Әүезов районындағы урамдар йөрөтә.