Хата булһа, хәбәр итегеҙ21.03.2019
Хата булһа, хәбәр итегеҙБашҡортостан кешеләре февраль өсөн сүп-сар сығарыуға түләүгә квитанция алды. “ЭКО-сити” төбәк операторының матбуғат секретары Олеся Арамелева, уларҙың ҡайһы берендә яңылыш мәғлүмәт булыуы бар, тип иҫкәртә. Квитанцияла торлаҡта теркәлгәндәр һанынан күберәк кешегә түләү яҙылыуы, улар өсөн түләү суммаһы артығыраҡ булыуы, февралдә түләнгән булһа ла, ғинуар мәғлүмәттәре өҫтәлеүе ихтимал.

Әгәр граждандар хатаны төҙәтеү өсөн төбәк операторҙарына быға тиклем мөрәжәғәт иткән булһа, кире барып йөрөү кәрәкмәҫ. Үҙгәрештәр киләһе ай квитанцияларына индереләсәк, яңынан иҫәпләү ҙә шунда киләсәк. Көсөргәнеш ҙур булыуы сәбәпле, хеҙмәткәрҙәр кешеләрҙән һәм ойошмаларҙан килгән барлыҡ мәғлүмәтте эшкәртеп өлгөрә алмай.

Әгәр быға тиклем төбәк операторына дөрөҫ булмаған мәғлүмәт тураһында хәбәр итмәгән булһағыҙ, йорт хужаһының паспорты һәм ғаилә хәле тураһындағы белешмәне фотоға төшөрөп йәки сканер аша үткәреп, [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Хатта үҙегеҙҙең адресығыҙҙы, исем-шәрифегеҙҙе яҙырға һәм ниндәй мәғлүмәтте үҙгәртергә кәрәклеген билдәләргә онотмағыҙ. Электрон почта менән файҙаланыу мөмкинлеге булмаһа, 453124, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 18-се йорт, 4-6-сы бүлмә адресына хат яҙып ебәрегеҙ.


Вернуться назад