Картанан ҡулаҡсаны кассала алырға мөмкин буласаҡ21.03.2019
Һаҡлыҡ банкы июль айынан яңы хеҙмәт тәҡдим итә.

Магазиндарҙа кассала тауар өсөн Mastercard һәм Visa банк карталары менән иҫәпләшкәндә улар иҫәбенән ҡулаҡса алырға була. Тәүҙә был алымды бәләкәй сауҙа нөктәләрендә индерәсәктәр, ә сентябрҙән – эре сауҙа селтәрҙәрендә лә. Бер тапҡыр биш мең һумғаса алырға мөмкин.

Бының өсөн кассир аппаратҡа һатып алынған әйбер хаҡына кәрәкле ҡулаҡса күләме ҡушылған дөйөм сумманы индерә. Артабан клиент операцияны раҫлай. Дөйөм сумма банк картаһы иҫәбенән алынып, магазинға тейешенән ҡалған аҡса һатып алыусыға биреләсәк. Хеҙмәтләндереүҙең был төрө күпме торор, әлегә билдәһеҙ.


Вернуться назад