Иң яҡшы водитель кем булыр?21.03.2019
Илеш районында тәүге тапҡыр “Иң яҡшы мәктәп автобусы водителе” конкурсы уҙҙы. Профессиональ оҫталыҡта 17 водитель ярышты.

Ситтән тороп үткәрелгән беренсе этапта мәктәптәр үҙҙәренең водителдәре тураһында мәғлүмәт һәм күргәҙмә әсбаптар әҙерләп тапшырҙы. Теоретик өлөшө викторина рәүешендә ойошторолдо. Профессионалдар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре һәм тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте.

Ата-әсәләргә балаларының хәүефһеҙлеге өсөн борсолмаҫҡа мөмкин – водителдәрҙең бөтәһе лә юғары әҙерлекле икәнлеген иҫбатланы. Автобустарҙың дөйөм торошо ла баһаланды. Уҡыу йылы аҙағында иң оҫта водителдәр билдәләнәсәк.


Вернуться назад