Башҡортостанда иң оҙон ғүмерле кешеләрҙең береһе Хәйбулла районында йәшәй. Уға бөгөн 105 йәш тулды!Евдокия Жилякованы ғүмер байрамы менән район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, урындағы ветерандар берләшмәһе рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова һәм Өфө ауылы биләмәһе башлығы Олег Усатый ҡотланы. Раил Хазморат улы юбилярға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау открыткаһын һәм республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың телеграммаһын тапшырҙы, иҫтәлекле бүләк, сәскә гөлләмәһе бирҙе.
Бер быуаттан ашыулыҡ ғүмерендә Хәйбулла ағинәйе үткән дәүерҙең барлыҡ ваҡиғаларын, ауырлыҡ-михнәттәрен, шатлыҡ-ҡыуаныстарын үҙ иңендә татый, тойоп-кисерә, күңеле аша үткәрә. Һынауҙарға һынмаған оло йөрәкле ҡатын һәм әсәй ул. Бар ғүмерен ошо Хәйбулла районына бағышлаған, өҙлөкһөҙ хеҙмәттә сыныҡҡан. Әле ҡыҙының янында барлыҡ яҡындарының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең хәстәрлеген тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Евдокия Федоровнаның зиһене теүәл, күҙҙәре үткер.