Бөгөн Мәскәүҙә илдең төп матурлыҡ конкурсы “Мисс Рәсәй-2019” башлана.
Унда Башҡортостан исемен “Һылыуҡай-2016” республика бәйгеһе еңеүсеһе, “Рәсәй студентлығы гүзәле-2017” проекты финалсыһы Эльвира Ҡарамышева яҡлаясаҡ.
Эльвираға 20 йәш, Башҡорт дәүләт университетында уҡый, тыумышы менән Күгәрсен районынан. Ҡыҙ һүрәт төшөрөү, башҡорт фольклорын өйрәнеү менән мауыға, бокс менән шөғөлләнә.