Бәхетле булығыҙ, балалар!20.03.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика 1-се балалар йортонда булды.

Бында әле 4 йәштән 17 йәшкә тиклемге 46 ҡыҙ һәм малай тәрбиәләнә. Улар биш төркөмгә бүленгән, йәшәгән урындары фатирҙан һис тә кәм түгел. Балаларҙың күбеһе 99-сы мәктәптә уҡый.

– 20 мартта Халыҡ-ара бәхет көнө билдәләнә, – тине Радий Фәрит улы балаларҙың йәшәйеше менән танышҡанда. – Шуға күрә лә мин һеҙгә бөгөн дә, киләсәктә лә бәхет теләйем. Ә уның өсөн яҡшы уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә кәрәк, көслө булыу зарур, үҙегеҙгә ышанығыҙ һәм тик алға барығыҙ!


Төбәк етәксеһе, балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең республиканың 100 йыллығына арнап әҙерләгән концертын ҡараны һәм уларҙы “Салауат Юлаев” менән “Автомобилист” хоккей командалары уйнаған бөгөнгө матчҡа саҡырҙы.


Вернуться назад