Суд ҡарарын үтәмәгән өсөн “Триумф” циркы директорына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылғайны.
Мәғлүм булыуынса, былтыр декабрҙә Өфөнөң Октябрь район суды билдәләмәһенә ярашлы, “Триумф” циркына цирк-шапито бинаһын файҙаланыу тыйылды. Унда янғын хәүефһеҙлеге талаптары боҙолған. Әммә цирк етәкселеге, суд күрһәтмәһен үтәмәйенсә һәм етешһеҙлектәрҙе төҙәтмәйенсә, бинала эшмәкәрлеген дауам иткән.
Әле “Триумф” директорына 20 мең һум күләмендә штраф һалынған.