Ул сыйылдаһа – иҫән ҡалаһың...20.03.2019
Күптән түгел Шаран районында шундай хәл булған: мәктәп уҡыусыһы йәмһеҙ итеп сыйылдаған тауышҡа һиҫкәнеп уянып китә һәм шунда уҡ ата-әсәһенең әйткәнен иҫенә төшөрә:
– Янғын иҫкәрткесе сыйылдаған тауыш ишетһәң, тиҙерәк йорттан сыға һал.


Ҡыҙыҡай, ике ҡустыһын етәкләп, тәҙрәнән сығып өлгөрә. Шунда уҡ өйгә ҡуйы төтөн тула башлай, ялҡын телдәре күренә. Ошоға оҡшаш хәл Салауат районының Шәрип ауылында ла була. “Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, янғын мәлендә йоҡлап ятҡан кеше, нигеҙҙә, һөрөмдән тонсоғоп һәләк була, был осраҡта янғынды иҫкәртеү ҡулайламаһы хәл иткес ярҙам күрһәтә лә инде”, – ти Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

Былтыр республикала ташламалы программа буйынса 50 мең янғынды иҫкәртеү ҡулайламаһы бушлай ҡуйылған. Быйылғы йылдың икенсе өс айлығында бындай приборҙарҙы бала табыу йортонда яңы тыуған сабыйға бүләк менән бергә бирә башлаясаҡтар.

Әммә ата-әсәгә был ҡулайламаның батарейын алмаштырып тороу тураһында онотмаҫҡа кәрәк. Февраль аҙағында Ейәнсура районындағы янғында тап ошо сәбәпле иҫкәртеү ҡорамалы эшләмәй һәм өс кеше янып үлә. Көсө бөткәнме-юҡмы икәнен ут индикаторы йә сигнал контроле төймәһен тикшереп белергә була.


Вернуться назад