Дәүләкәндән Оксана Иванова-Антипова социаль селтәрҙәрҙә граждандарҙың мөрәжәғәтен ҡабул иткән эш төркөмөнә ҡаланың ДОС туҡталышы артындағы шишмә янындағы яҡтыртҡыстың ваҡыт-ваҡыт эшләмәүенә зарланғайны. Ә кешеләр бында эштән һуң ҡараңғыла ла таҙа эсәр һыу алырға килә икән.
Тикшереү үткәргәндән һуң фонарҙың, ысынлап та, төҙөк түгеллеге асыҡланған.
– Яҡтыртыуҙағы өҙөклөк төҙәтелде. Эшлектән сыҡҡан урам лампочкаларын алмаштырыу буйынса заявкаларҙы ҡала хакимиәтендәге 3-58-00 телефоны аша ҡалдырырға мөмкин, – тип яуап бирҙе Дәүләкән хакимиәтенең төҙөкләндереү эше буйынса баш белгесе Игорь Липовой.