Башҡортостан депутаттары торлаҡ йорттар планын үҙгәртеүгә контролде арттырырға йыйына. Был мәсьәләне улар яҡын арала үтәсәк пленар ултырышта ҡараясаҡ.
– Был – бик көнүҙәк һәм ваҡытлы сара, – тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Бөгөн торлаҡ йорттарҙың планын үҙгәртеү бик йыш осрай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр уны, беренсенән, законһыҙ яһай, икенсенән, йортта йәшәгән башҡа граждандарҙың уңайлығына һәм хәүефһеҙлегенә зыян килә. Был өлкәлә ҡаты контроль кәрәк. Шуға күрә дәүләт һәм муниципаль торлаҡ контроле органдарына бындай мәғлүмәт булған осраҡта пландан тыш тикшереү ойоштороу вәкәләттәрен рөхсәт итергә кәрәк.
Шулай уҡ парламент етәксеһе билдәләүенсә, закон проекты торлаҡ инспекторҙарының хеҙмәт танытмаһын һәм етәксенең бойороғо күсермәһен күрһәткән осраҡта, уға ҡаршылыҡһыҙ торлаҡҡа инеп, тикшереү мөмкинлеген биреү мәсьәләһе лә көйләнергә тейеш. Ғәмәлдәге ҡануниәттә бының өсөн торлаҡ хужаһының рөхсәте талап ителә ине.