Электрон терминал эш эҙләшә07.12.2011
Республиканың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәрендә сенсорлы мәғлүмәт биреү киосктары асыласаҡ. Бынан һуң эш эҙләүсе һәр кеше, мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәренең ярҙамынан тыш, республика һәм урындағы хеҙмәт баҙарындағы мәғлүмәтте үҙе эҙләп табасаҡ.
Вакансиялар банкы көн һайын яңыртылып торасаҡ. Киоск менән файҙаланыусылар шәхси эшҡыуарҙар өсөн яңылыҡтар менән танышасаҡ, күрһәтелгән дәүләт хеҙмәте тураһында мәғлүмәт аласаҡ. Быйыл республикабыҙҙың Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге ошондай 63 киоск, 10 мәғлүмәт биреү таблоһы һатып алған. Терминалдарҙың күбеһе Рәсәйҙең Халыҡҡа мәғлүмәттәр еткереүҙең автоматлаштырылған системаһына тоташҡан. Йыл аҙағына тиклем уларҙың барыһы ла ошо системаға ҡушыласаҡ. Республиканың 73 халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә 100-ҙән ашыу электрон терминал эшләйәсәк.